Бәғеҫ

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Бәғеҫ (ғәр. البعث بعد الموت‎ — әл-Бәғҫ бәд әл-мәүт‎ — үлгәндән һуң терелеү; рус. аль-Бас бад аль-маут) — ислам эсхатологияһында — заман ахырында дөйөм терелеү. Бәғеҫкә ышаныу ислам диненең Ахыры заманды (ахирәт) күҙ аллауҙың бер өлөшө һәм ислам иманының (ғаҡидә) төп принциптарының береһе булып тора.

Дин ғилемендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ортодоксаль ислам тәғлимәтенә ярашлы, йәндәр ҙә, тән дә тереләсәк. Әл-Хаж сүрәһенең 6 һәм 7 аятында шулай тиелә : « Был — сөнки Аллаһ хаҡ, һәм Ул үлектәрҙе терелтә, һәм Ул һәр нәмәгә ҡөҙрәтле, һәм сәғәте киләсәк — унда шик юҡ! — Һәм Аллаһ кешеләрҙе ҡәберҙәренән терелтеп сығарасаҡ.»[1]. Мосолмандар был ваҡиғаға ҙур әһәмиәт бирә.

Бәғеҫ һүҙе Ҡөрьәндең 15 аятында телгә алына. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сөннәтендә был ваҡиға тураһында ентекләп аңлатыла. Ородоксаль ислам тәғлимәтенә ярашлы, үлемдән һуң хәл-торош тормоштоң бер төрө булып тора, әммә юҡҡа сығыу түгел[2].

Ислам дине буйынса, мәрхүмдәрҙең йәне үлгәндән һуң теге донъяға эләгә (бәрзәх). Тәндәрен ташлап киткән йәндәр бәрзәхтә хозурлыҡ, йә ғазап кисерә (ҡәбер ғазаптары), улар ҡиәмәт көнөнә тиклем шунда ҡаласаҡ[3]. Фәрештәләр һәм кешеләр үлеп бөткәс, Исрафил үлгәндәрҙең Яуап көнө (ҡиәмәт) өсөн терелеүе тураһында борғо тауыштары менән хәбәр итер[4].

Башҡорт телендә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бик күп ислам дине терминдары кеүек үк, әл-Бәғҫ бәд әл-мәүт — үлгәндән һуң терелеү «Бәғеҫ» тигән ҡыҫҡа вариантта башҡорт теленә лә инеп киткән[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әл-Хаж 22:6, 7
  2. Али-заде, 2007
  3. Али-заде, 2007, Барзах
  4. Гладкий, 1998
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, «Русский язык», 1993. — 1-се том, 196-сы бит— ISBN 5-200-01108-6

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Али-заде, А. А. Бас бад аль-маут // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гладкий В. Д. Исрафил // Древний мир. Энциклопедический словарь в 2-х томах. — М.: Центрполиграф, 1998.
  • Baʿt̲h̲ / Tritton, A.S. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)